Күмертау ҡалаһына нигеҙ уҙған быуат урталарында һалына. Үҙенең килеп сығышы менән ул ваҡытта илгә кәрәкле булған һоро күмергә бурыслы. Ул кеше тормаған ерҙә, тимер һәм шоссе юлдары, электр энергия сығанаҡтарынан алыҫта, производство базаһыҙ үҫешә башлаған. Ярты быуаттан артыҡ арала Башҡортостан һәм Рәсәй картаһында барлыҡҡа килгән ҡала бөгөн нисек йәшәй? Ҡаланың үткәне нимәһе менән иғтибарға лайыҡ?