Роберт – Ейәнсура районының Абзан ауылынан. Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлеген тамамлаған. Хеҙмәт юлын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башлаған. 2013 йылдан Мәскәүҙә эшләй. Рәсәй театр сәнғәте институты ГИТИС-та аспирантура тамамлағандан һуң, ошонда уҡ сәхнә пластика кафедраһында эшкә ҡала. Ул шулай уҡ Бөтә Рәсәй дәүләт киноматография институты - ВГИК-та ла пластик дисциплиналар буйынса уҡыта. Роберт Йылҡыбаев 50-гә яҡын картинала төрлө трюктар һәм алыш сәхнәләрен ҡуйыуҙа ҡатнаша. Улар араһында “Екатерина икенсе”, “Викинг”, “Умартасы”, “Йәлләт” фильмдары бар Рәсәй каскадерҙар асоциацияһы ағзаһы.