Бөгөн этник музыка киң үҫешә. Ул донъя кимәлендә юғары баҫҡысҡа күтәрелә, ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Үҙенсәлекле, бай, һәр саҡ заманса булып ҡалған был музыка һәр кеше менән тамырҙары хаҡында һөйләшергә һәләтле. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда ла милли һәм этник музыкаға ҡыҙыҡһыныу арта. Яңынан-яңы башҡарыусылар, коллективтар барлыҡҡа килә. “Евразия йөрәге”, “Симфоник төн” кеүек күләмле фестивалдәр үткәрелә. Музыканттарҙы экспериментҡа этәргән ниндәйҙер конкурентлыҡ мөхите тыуа. “Йатаған” этно-төркөмө тиңдәр араһында тиң булып, уңышлы эшләп килгән коллективтарҙың береһе. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм донъя кимәлендә билдәлелек яулаған коллективты самауыр сәйенә саҡырҙыҡ. Йырлы табында музыканттар Илдар Шакир һәм Ғаяз Ялмырҙин.