Белорет — Көньяҡ Уралдағы иң оло ҡалаларзың береһе. Ирәмәл тауынанда инеш алған етеҙ һәм һалҡын һыулы Ағиҙел йылғаһы исем биргән уға 18 быуатта уҡ был яҡтағы төҙ ҡарағай урмандары, мул һыулы йылға-күлдәр Иван Твердышев һәм Иван Мясников исемле өлгөр, сос сауҙагәрҙәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Алыҫ Уралдың һалҡын тәбиғәтенә ҡарамай, улар 179 мең дисәтинә ерҙе аҫаба башҡорттарҙан юҡ ҡына хаҡҡа һатып ала. Ағиҙелдең Морат тауы эргәһендәге бөгөлөшөндә 1762 йылда Белорет тау заводы төҙөлә башлай. Ҡул көсө менән генә эшләүгә ҡарамаҫтан, завод бик тиҙ төҙөлә. Һәм 1767 йылда уҡ унда меңдәрсә бот суйын, тимер иретеп алыуға өлгәшәләр. Ләкин завод тулы ҡеүәт менән эшләп китә алмай – Емельян Пугачев етәкселегендә крәҫтиәндәр ихтилалы мәлендә яндырыла. 1778 йылда иһә эшмәкәрлеге тергеҙелә. Шул ваҡыттан алып миллиондарса тонна суйын иретелә, ҡорос ҡойола.