Гөлзәмиә Мазһар ҡыҙы Ситдиҡова Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында тыуған. Ул кесе йәштән үҡ сәнғәткә тартыла. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә ярата. Мәктәп байрамдары, төрлө саралар һәр ваҡыт уның ҡатнашлығында үтә. Бәләкәйҙән артист булырға хыялланған ҡыҙ ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ культура ағартыу училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. Хеҙмәт юлын ул башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында башлай. Ҡазандағы Кәрим Тинчурин исемендәге театрҙа ла эшләп ала. 1984 йылдан алып Гөлзәмиә Ситдиҡова Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура бүлеген тамамлаған. Танылған һүҙ оҫтаһы бик күп билдәле сәнғәт оҫталары менән эшләй, сағыу, матур программалар әҙерләй. Төрлө жанрлы актриса сатира, юмор, лирик йүнәлешендәге монологтар, интермедиялары менән тамашасы күңелен арбай.