Күп фәнни тикшеренеүҙәр йәйәү йөрөүҙең файҙа килтереүен күрһәткән. Мәҫәлән, 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашлығында үткәрелгән тәжрибәлә атлау йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын 31 процентҡа кәметеүе асыҡланған. Аҙнаһына 8 саҡрым һәм бигүк ашыҡмай ғына сәғәтенә 3 саҡрым үткәндәрҙә лә һәйбәт үҙгәрештәр күҙәтелгән. Саф һауала йөрөү һөйәктәрҙе лә нығыта, ҡан баҫымын да көйләй, холестерин кимәлен кәметә, мускулдарға хәл индерә, йоҡоно яҡшырта тигән тәжрибәлә ҡатнашыусылар. Беҙҙең тыңлаусылар ҙа быны раҫлай.