Эй, ҡыш етә, ҡыш етә,
Һуғым мәлдәре китә.
Һуғым һуйыу — ул йола,
Һуғым һуйып алмаһаң,
Ҡыш тар оҙон тойола.
Ҡаҙ өмәләре үтә,
Һуғым сиратын көтә.
Һалҡындар ятһын әле,
Боҙҙар ныҡ ҡатһын әле.
Берәүҙәр һуя үгеҙ,
Һуғым һимеҙ, күрегеҙ!
Күршеләр һуя тана,
«Танам дан!» — тип маҡтана.
Ҡыҫыр һыйыр һуғымға,
Һөтө бөткәс һауымға.
Йығалар йылҡы малын,
Беләләр шифа данын.
Лә ил-ла-ла иллаһы,
Һуғым — халҡым йолаһы.
Ауылдарҙа һуғым мәле. Һуғым осоро әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ тормошоноң матур бер сағылышы һаналған. Ул – етеш тормош, именлек билдәһе тигән боронғолар. Һуғым өмәһе, уның төрлө яҡтарҙағы үҙенсәлекәре тураһында күп һөйләргә мөмкин. Әммә был юлы беҙ иғтибарҙы тап ошо осорҙа күпләп әҙерләнгән ризыҡтарға йүнәлттек.