Дим йылғаһы ярында урынлашҡан Дәүләкән ауылы VIII-се быуаттың 30-сы йылдарына ҡараған документтарҙа телгә алына. Был ауылға ер биләүсе Дәүләкән Сыртланов нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Ә Итҡол ауылын 1797 йылда Итҡол Боҫҡонов ойоштора. 1888 йылда был ауылдар янында Һамар-Златоуст тимер юлы һалына һәм Дәүләкән станцияһы төҙөлә, шулай уҡ Дәүләкән ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Географик яҡтан уңайлы булыуы, станцияға мөһим иҡтисади үҙәккә әүерелергә мөмкинлек тыуҙыра. Дәүләкән тиҙ арала икмәк һатыу һәм йәрминкәләр үткәреү мәркәзе булып таныла. Ошо уҡ йылдарҙа сәнәғәт үҫешә башлай. Петерс фамилиялы эшҡыуар "Якорь" тип аталған тәүге тирмән асып ебәрә. Артабан төбәктә 10-ға яҡын ҙур тирмән эш башлай. Он тарттырыу менән бер рәттән күмәс һәм кондитер изделиелары, емеш һуттары етештереүсе предприятиелар, кирбес, һыра, һабын ҡайнатыу заводтары, быйма баҫыу фабрикаһы, типография һәм оҫтаханалар эшләй башлай. ХХ-се быуатта буласаҡ ҡала Ҡаҙанғол волосы Өфө губернаһында ауыл хужалығы машиналары менән иң яҡшы тәьмин ителгән төбәк иҫәпләнә. Халыҡтың 30 проценты сауҙа менән шөғөлләнә. 1911 йылда Дәүләкәндә тәүге дауахана асыла, ике йылдан табип участкаһы ойошторола. Тирә яҡта мәктәп һәм мәҙрәсәләр, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар училищелары була. Беренсе Бөтә Донья һуғышы алдынан төбәктә 15 мең тирәһе кеше йәшәгәнлеге билдәле.