Бөрө – Рәсәйҙәге боронғо ҡалаларҙың береһе. Башҡорттоң данлыҡлы ҡаңлы һәм дыуанай ырыуҙары йәшәгән төбәк, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡушылған урыны.
Бөрө ҡалаһы ифрат уңайлы транспорт һыу юлында урынлашҡан. Тулы һыулы Ағиҙел йылғаһы уҙған быуаттарҙа Бөрө портын Рәсәйҙең баш ҡалалары порттары – Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бәйләгән. Петербургтан Бөрө тауарҙары Балтик диңгеҙе аша Европаға киткән. Парижда, Лондонда билдәле юғары сортлы Бөрө бойҙайы, күн, эшкәртелгән тире, тун, толоп, быйма, ҡорт балы һ.б. тауар уңышлы һәм ҙур табыш менән һатылған. Бөрө ҡалаһы Рәсәйҙә бик билдәле сауҙагәрҙәр ҡалаһына әүерелгән.