Ҡыҙ бала өйгә биҙәк

Ҡыҙым минең — хас ҡошсоҡ, 

Фото №1 - Ҡыҙ бала өйгә биҙәк

Әйләнеп торған орсоҡ. 

Һис кенә түгел осоҡ, 

Иламай ҙа бер остоҡ. 

Ҡыҙым минең - һандуғас, 

Йылғыр ғына ҡарлуғас. 

Ҡара ҡашы ҡып - ҡыйғас, 

Осоп килә саҡырғас. 

Ҡыҙым минең —- ҡыҙ -ҡанат, 

Сутылдай ҡабат - ҡабат. 

Яман күҙҙән ҡыҙғанам, 

Наҙлы ғынам, ҡыҙғынам.

(Фәнил Бүләков)

Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Өфө һөйләй
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями