Башҡортостан ҡалалары. Яңауыл

Яңауыл — бай тарихлы ҡала. Уның тамырҙары алыҫ 16-17-се быуаттарға барып тоташа. Ул бәләкәй генә ауыл булып барлыҡҡа килә. 1770 йылдарға тиклем ауылды урыҫтар “Новая” тип йөрөтә. Халыҡ “Яңауыл” тип атағанға күрә, тарихҡа ул “Янаево” булараҡ ингән. Документта уның исеме тәүге тапҡыр 1750 йылда телгә алына. Әммә телгә алыныу нигеҙ һалынған йылды аңлатмай, әлбиттә. Уның тарихы күпкә алдараҡ башланған тигән һүҙ. 1795 йылда бында 30 йорт булып, 173 кеше йәшәгәлеге мәғлүм. 1920 йылда 105 йортта 685 кеше көн иткән. 1909-1914 йылдарҙа Ҡазан-Екатеринбург тимер юлы төҙөлә. Тимер юл бер-береһенән бер саҡрым йыраҡлыҡта ғына ятҡан Иванай һәм Яңауыл ауылдары араһынан үтә. Бында станция төҙөлә. Уға Яңауыл исеме бирелә. 1916 йылда станция аша беренсе поезд үтә. 1938 йылда Яңауыл, Иванай, Ҡыҙыл Октябрь бергә ҡушыла һәм Яңауыл эшселәр ҡасабаһы тип атала башлай.  1990 йылда Яңауылға ҡала статусы бирелә.

Фото №1 - Башҡортостан ҡалалары. Яңауыл
Башҡортостан фәне, беҙҙең ҡаҙаныштар, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр. Студия ҡунағы - БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтов.
Өфө һөйләй
Ауыл тренеры.
Өфө һөйләй
Журналист һәм яугир Бәйтулла Фәтҡуллин.
Өфө һөйләй
Волна
Пенальти