Халыҡ риүәйәттәре, архив мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй ауылына припущенник сыуаштар нигеҙ һала. 1781 йылда Бәләбәй өйәҙ ҡалаһына әүерелгән.Башҡ-н ерендәге башҡа ҡалалар кеүек, батша хакимиәтенең терәк пункты булған. Ҡала шулай уҡ Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе үҙәге лә була. Бәләбәйҙең Өфөгә, Ырымбурға, Ҡазанға, Белоретҡа илтеүсе юлдар сатында — бик уңайлы ерҙә урынлашыуы уның уҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Шулай ҙа ҡала ифрат яй үҫкән. Иген үҫтереүҙән һәм мал аҫрауҙан тыш, ҡала халҡы урмансылыҡ кәсептәре менән дә шөғөлләнгән.
Хәҙерге Бәләбәй — Башҡортостандың индустриаль һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Шкапов нефть ятҡылығы асылғандан һуң Бәләбәй нефтселәр ҡалаһы булып китһә, “Автонормаль” заводы төҙөлгәндән һуң уға машина эшләүселәр ҡалаһы тигән атама өҫтәлә.