Беҙҙә ҡунаҡта - Рәфис Сирусин

РӘФИС СИРУСИН 1993 йылда Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында, йыр-моңға ғашиҡ Васил, Әнисә Сирусиндар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Йырға маһир малай алты йәшендә генә Баймаҡ ҡалаһында үткәрелгән конкурста ҡатнашып еңеү яулай. Мәктәп йылдарында үк республика, район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындарға өлгәшә. "Ирәндек ынйылары" конкурсында Гран-приға лайыҡ була. "Сәнғәткә ынтылышты тәүге уҡытыусым, композитор Вилюр Шәкирйән улы Мәүлитов һалды. Тәүге еңеүҙәрем менән мин уға бурыслы", - ти Рәфис. Күгиҙел мәктәбен тамамлағандан һуң ул Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу дәүерендә төрлө йыр конкурстарында ҡатнаша. 2012 йылда уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфө Дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегенә, Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙының класына уҡырға инә. Әлеге көндә Рәфис Сирусин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт Дәүләт филармонияһы солисы.

Фото №1 - Беҙҙә ҡунаҡта - Рәфис Сирусин
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Өфө һөйләй
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ