Радио. Тарих

“Колхозға радио килгән, тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән бөтә баҫыуға таралып өлгөрҙө.

Фото №1 - Радио. Тарих

Һылыу менән Сәхипъямал еңгәләрҙе радио башҡаларға ҡарағанда ла күберәк шатландырҙы. Улар үҙҙәре лә белмәҫтән, көнгә бирелгән көлтә бәйләү нормаларын алдан бәйләп бөттөләр. Һәм ҙур ашҡыныу менән ҡайтырға сыҡтылар.

Бына клуб! Уның баҡса яҡ тәҙрәһе асыҡ, тышта сирәмгә теҙелеп бер нисә кеше ултырған – һабансылар икән, бер төркөм бала-саға клубтың әле эсенә, әле тышҡа сығып нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр, ниҙер уйнаған кеүек, гармун тауышы ла ишетелә. Ләкин был ауылдың Ғәскәров гармуны тауышына оҡшамаған, моңло, матур сыға.

Һылыу менән Сәхипъямал еңгә һаман ышанмай: “Радио ла радио тиҙәр, гармун даһа, шул теге Өфө артистары килгәндер әле”, – тип һөйләнә-һөйләнә клуб баҡсаһына – ултырып торған кешеләр эргәһенә килделәр. Ләкин бында артистар ҙа, гармунсы ла юҡ ине. Был тауыш халыҡҡа ҡаратып клуб тәҙрә тупҫаһына ҡуйылған бер торбанан килә икән..."

Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Өфө һөйләй
Пенальти
БАШКОРТТАР-БСТ