Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 85 йыллыҡ тарихы бар. Уға нигеҙ уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында һалына. Башҡорт телен һәйбәт белгән рус ҡыҙы Елизавета Сыртланова - Шляхтина Ауырғазы районында колхоз-совхоз театры ойоштороп ебәрә. Труппа составын ике актер ғаиләһе тәшкил итә. Һуғышҡа тиклем театр башҡорт, татар һәм урыҫ драматургтарының әҫәрҙәрен ҡуя. Ауыр һуғыш осоронда ла спектаклдәр ҡуйыла. 1956 йылда коллектив Салауат ҡалаһына күсә. "САмауыр янында" театрҙың бай тарихын байҡайбыҙ, бөгөнгө көн уңыштары барлайбыҙ.