“Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Фото №1 - “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы

Кеше булһын затығыҙ,

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ...

“Урал батыр” эпосы хаҡында белмәгән башҡорт юҡтыр, моғайын. Был ҡомартҡыбыҙ – халҡыбыҙҙың оло, күркәм бер хазинаһы. Уның йәш быуынды тәрбиәләүҙә, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең асылын аңлатыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, әҫәрҙе киң таратыуға ҙур иғтибар бүленә. Мәғлүм булыуынса, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙең республика конкурсы йыл да үткәрелә.  “Самауыр янында” ошо сәмле ижади ярыш т-да һөйләшәбеҙ. Әңгәмәсебеҙ - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты  Сәрүәр Сурина.

Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Башҡортостан райондары. Салауат районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Башҡортостан райондары. Архангел районы.
Өфө һөйләй
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Башҡортостан райондары. Ҡыйғы районы.
Өфө һөйләй
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ