Беҙҙә ҡунаҡта - Светлана Хәкимова

Светлана Хәкимова Әлшәй районының Иҫке Сәпәш ауылында тыуған. Дим-Һарайтау башланғыс, Раевкала 1-се башҡорт мәктәп-интернатын тамамлағас, Раевка мәҙәниәт һарайында эшләй һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында белем ала. Һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. 1991 йылдан – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Шул дәүерҙә дүрт тиҫтәгә яҡын образ ижад иткән. Башҡортостан Республикаһы кимәлендә уҙғарылған “Актер йыры-94” конкурсы лауреаты. “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. Үҙе башҡарған йырҙарын туплап, “Моңдарым булып ҡал”, “Йөрәк сере” аудиодисктары сығарған. Уның бер ҡанаты – спектакль образадары булһа, икенсеһе – йыр-моң.

Фото №1 - Беҙҙә ҡунаҡта - Светлана Хәкимова
Сәләмәт булығыҙ
Өфө һөйләй
Махсус репортаж
Өфө һөйләй
Атайсал
Өфө һөйләй
Финал Уфимской волны
Акции БСТ