Үткән быуаттың егерменсе йылдарында бер төркөм йәш артистар башҡорт драма татрына яңы көс булып килеп инә. Ҡайһылары заман һынауын үтә алмай икенсе юлды һайлай, икенселәрен һынауҙар, киреһенсә, сыныҡтыра ғына. Дилә Дауытова һәм уның ҡорҙаштары халыҡ ижадында, сәнғәтендә меңәр йыл йәшәп килгoн иң сағыу образдарҙы сәхнәлә һынландырыуға өлгәшә.