Фәнил Бүләков шиғырҙары

           Йәш шағир Фәнил Бүләков Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарҙа уҡ «Шоңҡар» әҙәби ижад берекмәһендә шөғөлләнә. Тиҫтерҙәренең шиғыр, хикәйә, нәҫерҙәренән торған «Шоңҡар ҡанат нығыта» тигән тәүге йыйынтыҡты төҙөп баҫтырыуға ҙур көс һала . Шул йылдарҙан алып күңелендә моң булып сыңлаған шиғырҙары әленән-әле республика матбуғатында донъя күрә. "Ҡибла эҙләгәндә" тип аталған йыйынтығы ла шиғриәт һөйөүселәр күңеленә хуш килде.  2014 йылда өмөтлө әҙипте Башҡортостан Яҙыусылар берлегенә ҡабул иттеләр. Әле ул - Учалы районы Иманғол ауылы хакимиәте башлығы. Фәнил Бүләковтың шиғри шәлкеме автор уҡыуында яңғырай. 

 

            Мөхәррире - Әнисә Муллағолова. Тауыш режиссеры – Гөлнур Моталлапова.

Фәниә Чанышева шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Радик Хәкимйәнов шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ