Рәйес Түләк

  Талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең «Ирәндек таңдары» исемле  тәүге шиғри  китабы  1988 йылда сыға, әммә  киң ҡатлам  уҡыусы һәм алдынғы ҡарашлы, зыялы йәмәғәтселек уны өлгөрөп еткән шағир булараҡ күпкә алда таныны. Ашҡынып йәшәгән, янып ижад иткән  шағирҙың әҫәрҙәре артабан   “Ҡашмау, йәки йүгәнем бар — атым юҡ”, “Егет һүҙе”, “Буранбайҙың яҙған хатын уҡып”, “Мең дә бер кис”   йыйынтыҡтарында тупланды. Халҡыбыҙҙың үткәне лә,  бөгөнгөһө лә  шағир күңелендә  тәрән кисерештәр тыуҙыра. Милләт яҙмышы, ил, тел, рух  ғәме  тураһында ярһыу-һыҙланыуҙары  шиғри оранға әүерелә. Әҙиптең  ижады – хәҙерге заман башҡорт милли әҙәбиәтенең  йөҙөн билдәләгән  классик өлгө.   Рәйес Түләктең үҙе  уҡыуындағы  шиғри шәлкем радио фонды өсөн  2005 йылда яҙылған.

Рауил Бикбаев шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Фәнил Күзбәков шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Миәссәр Басыров шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
БАШКОРТТАР-БСТ
Медиа школа