Дилә Булгакова

  Шағирә Дилә Булгакова оло юбилейын билдәләй – уға 80 йәш тулды. Дилә Хәмзә ҡыҙы Булгакова бала саҡтан рәссам булырға хыялланһа ла, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен  иң изге  һөнәргә  -медицина өлкәһенә арнай. Халыҡ күңелен ул  нескә лирикаға  бай, хис-тойғолар менән һуғарылған шиғриәте менән яуланы. Шиғырҙарына композиторҙар тарафынан  яҙылған байтаҡ  йыр  эстраданана төшмәй. Әҙибәнең ижад багажында  оҫта яҙылған проза әҫәрҙәре лә  бар, уның тиҫтәгә яҡын йыйынтығы нәшерләнгән. Дилә  Булгакованың  дини тематикаға яҙылған шиғри шәлкемен  Башҡортостандың халыҡ артисы Илсейәр Ғәзетдинова уҡый.

Зөһрә Фәйзуллина шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Ирек Кинйәбулатов шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Йомабикә Ильясова шиғырҙары
Шиғриәт минуттары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ