Йыһат Солтанов

  Күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре  Йыһат Солтанов   85 йәшлек  ғүмер артылышын билдәләй.  Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов  1932 йылдың 3 декабрендә Ейәнсура районы(хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һараҡташ районы) Сәнкем-Биктимер ауылында  тыуған. 5 йыл хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала. “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдарында эшләй.  Йыһат Сотланов – прозала  ла, шиғриәттә лә, публицистикала ла  берҙәй егелеп эшләгән әҙип. Ижады  үҙенсәлекле  фекер ҡеүәһе,  үткер һүҙе  менән айырылып тора. “Ерем, кешеләрем”, “Йәдкәр” роман-ҡиссалары,  “Йондоҙ ямғыры”, “Ҡояшлы ҡая”, “Ҡырҡыбыуын”, “Минең шәжәрәм” шиғри йыйынтыҡтары, Сөләймән Мырҙабулатов тураһында  тәүарихы һәм башҡа китаптары  донъя күрә. Ил ағаһына артабан да  халыҡ абруйына хеҙмәт иткән бәҫле ижад, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.

Яҙыусы, ғалим, әҙәби тәнҡитсе, педагог Фәнил Күзбәков.
Шиғриәт минуттары
Күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Йыһат Солтанов.
Шиғриәт минуттары
Ғәли Ильясов.
Шиғриәт минуттары
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ