Муса Сиражи шиғырҙары. Илшат Йомағолов уҡый.

 

    Муса Сиражиҙың шиғырҙары  радио фондына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Илшат Йомағолов уҡыуында яҙылған. 

Кеше ғүмере йөрәк йәше менән,

Янып йәшәү менән үлсәнә.

   Муса Сиражиҙың ошо  һүҙҙәрен  үҙенең  ижадына  ла ҡайтарып булыр. Шағир, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Муса Шәрәфетдин улы Сиражетдинов   1939 йылдың 1 февралендә Туймазы районы Төпкилде ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған мәлендә үк яҙыша башлай, шиғырҙары  “художестволы фекерләү“ кимәле йәһәтенән  тәнҡитселәр  тарафынан юғары баһалана. Урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк,  латыш, немец, сыуаш телдәренә тәржемәләнә. Шиғырҙарының   моң  зауығы композиторҙарҙы көй яҙыуға илһамландыра. Әҙиптең ижади уңыштары Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге  премия  лауреаты исемдәре менән билдәләнә.

Яҙыусы, ғалим, әҙәби тәнҡитсе, педагог Фәнил Күзбәков.
Шиғриәт минуттары
Күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Йыһат Солтанов.
Шиғриәт минуттары
Ғәли Ильясов.
Шиғриәт минуттары
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии