Рәшит Ниғмәти. "Сиҙәмселәр"

 

  Рәшит Ниғмәтиҙең “Сиҙәмселәр” поэмаһында  фашизмды дөмөктөргән  совет халҡының  еңеүселек  рухы  ла,  һуғыштан һуңғы йылдарҙа  комсомол  йәштәренең  хеҙмәт  энтузиазмы  ла, партияның  әйҙәүсе роле лә сағылыш таба. Марат Рафиҡов уҡыуында радио фондына 1979 йылда яҙылған.

  Башҡортостандың  халыҡ  шағиры  Рәшит Ниғмәти – ғүмере оло  һынылыштар  осорона  тура килгән, ижады ла шуға бәйле  үҙ  заманы  рухында  формалашҡан   әҙип.   Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин  1919 йылдың 27 ғинуарында  Һамар губернаһы Диңгеҙбай ауылында  тыуа, бик иртә йәтим ҡалып, балалар йорттарында тәрбиәләнә. Йәшләй яҙыша башлай, тәүге йыйынтығы 1933 йылда баҫыла.  Яңы  тормош ҡороу,  илһөйәрлек– шиғриәтенең төп юҫыҡтары.

Был илдә һәр ваҡыт яҡты,

Был илдә һәр саҡ ал таң.

Шул бына беҙҙең  Тыуған ил,

Шул бына беҙҙең Ватан.

    Ошо  строфаға   яҙыусының  сикһеҙ  ватансылыҡ тойғоһо   һалына,  Тыуған  илдәге тормош  алһыу төҫтәргә мансып тасуирлана.

Яҙыусы, ғалим, әҙәби тәнҡитсе, педагог Фәнил Күзбәков.
Шиғриәт минуттары
Күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Йыһат Солтанов.
Шиғриәт минуттары
Ғәли Ильясов.
Шиғриәт минуттары
Пенальти
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии