Кәүез, кәүсәр, кәфарат...

 

  Ислам динендә ожмахтағы татлы һыулы күл дә  кәүсәр тип йөрөтөлә.  Йәннәт кәүсәре. Кәүсәр тамсыһы.

     Кәүез 

  Быуаны асып-яба торған ҡулайлама кәүез тип йөрөтөлгәнен иҫкә төшөрәйек. Миҫал: ауыр кәүез. Быуаға яңы  кәүез  ҡуйыу.

   Кәүек

 “Бушаҡ, еңел” тигән һүҙ.  Мәҫәлән, кәүек  бесән. Кәүек башаҡ.

   Кәүек  “муртланған” тигән мәғәнәлә лә йөрөй. Кәүек таҡта. Бүрәнә кәүекләнгән.

   Йоҡа, еңел кәүҙәле кеше тураһында ла  ҡулланыла был һүҙ. Бейеүсенең кәүек кәүҙәле булыуы аптыратмаҫ. Кәүек әҙәм.

    Кәфарәт, кәфаратлау. 

  Кәфарәт – ғәйепте юйыу өсөн эшләнгән эш. Кәфарат түләү. Гөнаһтарҙы кәфаратлау.

     Кәшен.

Тәүге мәғәнәһе – быҙау тиреһенән  тегелгән моҡсай. Оҙаҡҡа һунарға сыҡҡанда, ирҙәр үҙҙәре менән  ризыҡ тултырылған кәшен  дә алған.

   Һыйыр малының  эсе ташып, көйшәй  алмай ауырыуы “кәшен” һүҙе менән белдерелә. Кәшен булыу.  Кәшенде имләү.

     Кәүсәр

   Кәүсәр  ул  татлы һыу, баллы шәрбәт  була. Миҫал: кәүсәр эсемлек. Кәүсәр  шишмә.

Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями