Ҡайырсаҡ, ҡайыр, ҡайышыу...

 

    “Ҡайышыу” -  “Бешеләнеү” мәғәнәһендә  лә  осраған һүҙ. Ҡайышҡан ағас.

  Ҡайырсаҡ.

   Өҫтө боҙланып туңған көрттө  “Ҡайырсаҡ” тигән  бер һүҙ  менән дә  белдерә алабыҙ. Ҡайырсаҡта  йөрөү хәүефле. Ҡойо тирәһе ҡайырсаҡланып ҡатҡан.

   Ҡайыр.

  Сифатты белдерә,  диалектта  “Көслө” тигән мәғәнәлә  йөрөй. Дөйөм ҡулланышҡа ла килешер һүҙ.  Миҫал:  Келәмгә иң ҡайыр көрәшселәр сыға. Ҡайыр ат.

   Ҡайырым.

  “Ҡайырым” - бер салғы һелтәме менән сабылған буй. Киң ҡайырым. Һутлы үлән  ҡайырымға һалынды.  

   Ҡайтымһаҡ.

       “Ҡайтымһаҡ”, - тимәк, асыуын тиҙ онотоусан, тиҙ ҡайтыусан. Ҡайтымһаҡ  кеше.  Ҡайтымһаҡлыҡ – яҡшы сифат.

     Ҡайышыу.

“Ҡайышыу” тигәндә, баҫымға һығылыуҙы аңларға кәрәк.  Түшәм  ҡайышып ҡуймаһын. Иҙән таҡтаһы ҡайышҡан.

Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Уфимская волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии