Ҡалау, ҡалғыу, ҡалта...

     Ҡаҡлан.

   “Ҡын” тигәнде лә белдерә  икән “ҡалта” һүҙе. Һунарсы ҡалтаһы. Көйөргәҙе районында Ҡалта ауылы бар.

  Ел ҡағып торған ҡалҡыулыҡҡа ҡарата әйтелә.  Ҡаҡлан юл. Тирмәне ҡаҡланға ҡормайҙар.

      Ҡаҡлас.

  “Итһеҙ, ҡоро һөйәк, ҡаҡ һөйәк” тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ. Ҡаҡлас кәүҙә, ҡаҡлас ҡул. Ҡарауһыҙ ҡалған мал ҡаҡласҡа әйләнгән.

   

  Ҡалау.

  Берәй тәртип менән өйөүҙе  йә өҫтө-өҫтөнә һалып төҙөү, ҡороуҙы белдерә. Миҫалдар: Һатыусы тауарҙы кәштәгә ҡалай. Кирбес һалап?? усаҡ сығарыу. “Ышыҡ яһау” тигәнде лә “ҡалау” һүҙе менән белдерә алабыҙ. Ҡулсатыр ҡояштан да, ямғырҙан да ҡалай. 

   Ҡалғыу.

  Ултырған ерҙән  йоҡлап китеү, ойоу тураһында шулай тиҙәр.  Уйнаған ерендә ҡалғып киткән баланы йоҡларға һалдылар. Арыған юлсы  һөйәлгән килеш ҡалғып ултыра.

  Ҡалта.

Күп мәғәнәгә эйә һүҙ. Тәүгеһе – бил ҡайышына тағып йөрөй торған ауыҙы бөрмәле күн моҡсай. Музейға ыҡсым ҡалта ҡуйылған.

   Икенсе мәғәнәлә – аҡса янсығы. Миҫал: матур ҡалта.

  “Ҡалта”  тағы ла “кеҫә” тигән һүҙ урынында йөрөй. Эске  ҡалта. Ҡалтаға ҡулды тығыу.

Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған нағыҙ, наҙир, науалы кеүек һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии