Ҡам - мәжүсиҙәрҙең дини йола, им-том башҡарған кешеһе. Миҫал: Ҡам ауырыу кешене үҙенсә имләгән. Уның ҡамлау ысулдары бүтәндәргә сер булып ҡалған.
Ҡалтағай.
Табанына тире ҡағылған ҡыҫҡа яҫы һунар саңғыһы шулай атала. Ябай саңғының да башҡорт һөйләштәрендә ҡалтағай тип йөрөтөлөүе һаҡланған. Аусы ҡышҡы урманға ҡалтағайһыҙ сыҡмаҫ. Яңы ҡалтағай.
Ҡалтаң
“Ҡалтаң” - “Тилбер” тигән һүҙҙең ҡайһы бер төбәктә осраған синонимы. Ҡалтаң ҡыҙ. Донъя көтөргә теләгән кеше ҡалтаң була.
Ҡалтырса.
Ҡалтырса ҡырағай өйрәктең бер төрө була. Һаҙлыҡты ҡалтырсалар төйәкләй. Ҡалтырса себеше.
Ҡалын.
Был һүҙ туй йолаһына ҡарай. Ҡалын – егет яғы ҡыҙҙың атаһына бирә торған мал. Шул малды тапшырыу өсөн егет яғында үткәрелгән туй ҙа ҡалын тип йөрөтөлә. Ҡалынға мал әҙерләү. Ҡалын туйына барыу.
Ҡам, ҡамлау.