Ҡамус, ҡантар, ҡаныш

 

   Киленгә  һыу күрһәткән  ҡәйенһеңлене  элек-электән ҡаныш тип  атағандар. Ҡаныш  еңгәһен  шишмәгә  алып бара. Ҡанышҡа затлы бүләк бирелде.

  Ҡамаш, ҡамашау.

  Теш төбөн, аңҡауҙы белдергән һүҙҙәр, күберәк  һөйләштәргә хас. Миҫал: Имән ҡайыры төнәтмәһе ҡамашты нығыта. Һағыҙ ҡамашауға йәбешә.

  Ҡамғаҡ.

Төп мәғәнәһе – ел ыңғайына тәгәрләгән дала үҫемлеге. Ә инде күсмә мәғәнәлә – йүгерекләп, көйәләнеп, ҡауғалап йөрөгән йә бүтәндәр ыңғайына  йөрөүсән аумаҡай кеше. Ҡамғағы  әйләнеп  йөрөй. Ҡамғаҡ әҙәм.

   Ҡамус.

Ҡамус – ғәрәп теленән ингән һүҙ. Мәғәнәһе – “һүҙлек”, “Энциклопедия”.  Фәнни   ҡамус. Башҡорт, рус, инглиз  телле ҡамус.

  Ҡантар.

   Ҡыҫҡа теҙгенде шулай  ҙа атайҙар. Иҫкергән  ҡантар. Ҡантарҙы ҡапҡаға бәйләү.

   Ҡантарыу.

  Ҡантарыу -  аттың теҙгенен ҡыҫҡартып бәйләү. Шулай уҡ һимеҙ атты  сыныҡтырыу өсөн төнгөлөккә ашатмай-эсермәй башын күтәртеп бәйләп ҡуйыу. Йәш аттар һарайҙа ҡантарыулы тора.

    Ҡаныш.

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии