Ҡараса, ҡарағаш ...

   

   Дүрт мөйөшлө ваҡ йәймәнең уртаһына тартылған муйыл, еләк һалып, ике мөйөшөн йәбештереп  бешергән ҡамыр ризығы. Ҡарағаш бешереү. Тәмле ҡарағаш. 

   Ҡаңғаҡ.

Оҙаҡ ваҡыттар яуым-төшөмһөҙ, аяҙ һәм ҡоро булған  көн торошо.. Миҫал: Ҡаңғаҡ көн. Ҡаңғаҡ ел. Туҡтауһыҙ ямғырҙарҙан һуң,  ниһәйәт ҡаңғаҡҡа тартты.

   Ҡаңтар.

  Көҙгө ҡырпаҡ ҡар миҙгелен белдергән һүҙ. Ҡаңтар мәле етте. Ҡаңтарҙа йылғаны боҙ ҡапланы.

   Ҡараса.

   Был һүҙ ҙә тәбиғәт торошон ҡылыҡһырлай. Мәғәнәһе – көҙгө  ҡара һыуыҡ осор. Ҡараса килмәй көҙ булмаҫ. Октябрь айы башҡорт календарында ҡараса тип йөрөтөлә.

  Ҡапҡаҡ.

  Солоҡтоң, түмәр умартаның  ҡапҡасы  шулай  атала. Ҡапҡаҡты нығытыу. Ҡорттар  ҡапҡаҡты  һырыған.

    Ҡараз.

  Ғәрәп теленән үҙләштергән һүҙ, мәғәнәһе – яуызлыҡ, насарлыҡ. Ҡаразлыҡ ҡылһаң, үҙеңә  язаһы ҡайтыуы бар.

     Ҡарағаш. 

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии