Ҡараташ, ҡарғаморон, ҡарыу...

    

   “Көс, ҡеүәт ғәйрәт” тигән  һүҙҙәр урынына ҡулланылған һүҙ. Миҫал: Йоҡо туйһа, ял булһа, ҡарыу ҙа тиҙ  ҡайта.  Тәбиғәттән айырылмаған кеше ҡарыулы була. 

   Ҡараташ.

   Ҡараташ ул - ҡәләм,  электр кәрәк-ярағы яһау өсөн ҡулланылған   ҡара йәки ҡара-һоро төҫтәге минерал.  Русса графит була. Миҫал: ҡәләмдең ҡараташ үҙәге. Ҡараташ онтағы.

    Ҡарғаморон.

 Тимерҙе ҡыҫып тотоуға  йәтешләп, осо ялпаҡ, эс яҡтан  һырлы итеп эшләнгән ҡыҫҡыс рәүешендәге ҡорал. Уңайлы ҡарғаморон.

    Ҡарғы.

 Ҡарғы тип эттең муйынына таға торған ҡайышты атайҙар. Ҡарғыны сылбырға эләктереү. Ҡарғы  тар булмаһын.

     Ҡарғыу.

  Ҡапыл үргә һикереү, һикереп алға ынтылыуҙы, берәй нәмәнән аша һикереүҙе  ҡарғыу тиҙәр. Ҡарышҡан  мал  ҡарғыуы бар.  Ат  соҡорҙо ҡарғып сыҡты.

   Ҡаръяу.

 “Ҡарт булыу, ҡартайыу”   мәғәнәһендәге һүҙ. Миҫал: Бошмаҫ әҙәм ҡаръямаҫ.

    Ҡарыу.

Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәр.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Акции БСТ
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии