Ҡасауыр, ҡафиә, ҡатмар...

   

 Хатты ҡафиәләп яҙыу. Һүҙҙәрҙе  ҡафиәгә  тура килтереү.

    Ҡасауыр.

  “Ҡасауыр” тигәндә, үҙ юлын, үҙ һүҙен тотоусан  кеше  күҙҙә тотола. Ҡасауыр  зат. Ҡуйған маҡсатҡа  ҡасауырҙар  ирешеүсән.

    Ҡатарҙаш.

   Ҡайһы бер һөйләштә был һүҙ “йәштәш, тиҫтер” мәғәнәһендә йөрөй.   Ҡатарҙаш балалар.  Ҡатарҙаштар менән уҡырға инеү.

      Ҡатмар.

  Ҡатын-ҡыҙ күлдәгенең  итәгенә  үҙ ишенән  уратып һалған тар буйҙы, мәскәүҙе  белдергән һүҙ. Ҡатмарлы күлдәк. Ҡатмарлап тегеү.

       Ҡатран.

  Декабрь айын  борон  замандағыса ҡатран тип әйтеү телебеҙгә яҡыныраҡ. Ҡатран һыуығы. Ҡатранда ҡар мул яуҙы.

      Ҡатырма.

  Майһыҙ табала бешерелгән йәймә  шулай атала. Ҡатырмаға ҡамыр баҫыу. Балалар ҡатырма ярата.

      Ҡафиә.

    Шиғыр юлы аҙағындағы  һүҙ ауаздашлығын белдергән һүҙ, рифма. 

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями