Ҡолаҡташ.Ҡойолма.Ҡолан.Ҡолпа, ҡолпо, ҡолпалы. Ҡолто.

 

     Ҡайһы бер һөйләштә  “Кәйеф, күңел”  тигән һүҙҙәр “ҡолто” тигәне менән алыштырыла.  Ҡолтоһо  ҡалҡыу күренә. Яҡшы  ҡолто. 

Ҡойолма.

  “Ҡойолма” руссаға “литье” тип тәржемәләнә. Йәғни, иретеп ҡалыпҡа ҡойоп алынған металл  киҫәге. Ҡапҡа суйын ҡойолмаһынан эшләнгән.  Тутыҡмай торған ҡорос  ҡойолмаһы.

Ҡолаҡташ.

Диалекттарҙа ишетелгән был һүҙҙең синонимы һәр кемгә яҡшы таныш: ул серҙәш була. Миҫал: Ҡолаҡташтар менән сер бүлешеү. Ҡолаҡташ ҡыҙҙар.

Ҡолан.

Сифатты белдергән һүҙ. Ҡолан  тип   һорғолт һары төҫтө  атайҙар. Ҡолан  сәс.  Ҡолан  ял-ҡойроҡ.

  Шулай уҡ, ҡолан һүҙенең   асыҡ  урынды, аҡланды белдергән боронғо мәғәнәһе лә бар.  Иркен  ҡолан. Ҡоланда  тирмәләр  ҡоролған. 

Ҡолпа, ҡолпо, ҡолпалы.

  “Дәрәжә, абруй” тигән һүҙҙәр  урынына  “Ҡолпа, ҡолпо” тигәндәре лә тура килә. Кешенең ҡолпоһо юғары. Ил башына ҡолпалы  ил ағаһы һайланды.

  “Ҡолпо таштай” тигән һүҙбәйләнеш ҙур кәүҙәле, мөһабәт кешегә ҡарата әйтелә. Ҡолпо таштай батыр.

 Ҡолто.

Туған телебеҙҙең шишмә күҙе мул аҡһын, телебеҙ диңгеҙе мәңгелек булһын.
Телһөйәр
Һирәк яңғыраған һүҙҙәребеҙ китаптарҙа ғына ҡалмаһын, телебеҙҙе биҙәһен.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәр.
Телһөйәр
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями