Ҡуҙағай. Ҡотан. Ҡорна. Ҡуҙалау, ҡуҙалы. Ҡонар.

 

Ҡуҙалау - ҡурғаштан биҙәк төшөрөүҙе белдергән һүҙ. Ҡайышты ҡуҙалап эшләү. Ҡуҙалы итек. 

Ҡонар.

  Эшкә уңған, булдыҡлы  кеше хаҡында һөйләгәндә, “ҡонар”  һүҙе  тап-таман тура килә.  Ҡонар йәштәр. Ҡонар булыу.

Ҡорна.

 Йыуыныу өсөн ҡулланылған тәрән һауыт, шулай уҡ ванна элек “Ҡорна” тип аталған. Ҡорнаға һыу тултырыу.  Баланы ҡорнала ҡойондороу.

Ҡотан.

Ҡотан  ул   икенсе төрлө  - ҡот, йәм, күрк. Шыршы – урман ҡотаны.

Ҡотан һүҙенең икенсе мәғәнәһе – наҡыҫ. Миҫалға: Яғырға утын наҡыҫ ҡалған.

Ҡуҙағай.

Мәғәнәһе - бөхтә, еңел кейенергә яратҡан; ҡупшы, фырт. Ҡуҙағай  әҙәм. Ҡуҙағай булыу.

Ҡуҙағайҙың тәүгеһенә бөтөнләй яҡын булмаған тағы ла бер  мәғәнәһе ул – киң, йомарт күңелле. Халыҡ мәҡәленән миҫал килтерәбеҙ: Ҡулында бар – ҡуҙағай, ҡулында  юҡ - ҡомағай. 

Ҡуҙалау, ҡуҙалы.

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ