Ҡуҙрау. Ҡуйҡым. Ҡуймыр.Ҡулағай. Ҡулабаш

 

Ҡымыҙҙың, ҡоротлаған һурпа кеүек ризыҡтың төбөндә ҡалған ҡуйыһы  була ул ҡуйҡым.  Миҫал өсөн: Ҡорот ҡуйҡымы. Ҡымыҙҙың ҡуйҡымы бигерәк тәмле.

    Ҡуҙрау

  Ҡуҙрау - ҡуй-һарыҡтың  йомшаҡ  ҡына, тоноҡ ҡына итеп тауыш биреүе.   Миҫал: Туғайҙа  ҡуй-һарыҡ ҡуҙрай.

   "Ҡуйҙай ҡуҙрап"  тигән һүҙбәйләнеш  "төрлө мәшәҡәткә  иғтибар бирмәү,  тыныс, көңгөр-ҡаңғыр" тигән мәғәнәгә эйә.  Миҫал: Ҡуйҙай ҡуҙрап  йәшәү.

Ҡуймыр

  Ҙур, матур  ҡуңыр  күҙ   борондан "ҡуймыр"  тип сифатланған. Халыҡ йырынан миҫал алайыҡ: Ҡыҙ матурҡайҙары ай шул була - ҡуймыр күҙле, ҡара ҡашлыһы.

Ҡулабаш.

Ҡулабаш тигән һүҙ  бешәлкәһеҙ, ҡулынан эш килмәгән  кешене ҡылыҡһырлай. Ҡулабаш  әҙәм. Ҡулабаштың эше ырамаҫ.

Ҡулағай.

"Ҡулағай" тигәндә,  йомош үтәгән  өсөн  йәшерен  хаҡ  алған рәсми кеше, ришүәтсе күҙ уңында  тотола.  Миҫал: Ҡулағайҙарҙы  фаш итеү. Ҡулағайлыҡ менән көрәш.

Ҡуйҡым

Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәр.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Акции БСТ
Пенальти