Ҡузыр. Ҡултыҡса. Ҡулау. Ҡулбау. Ҡулҡа. Ҡумалта.

 

  “Ҡуҙ”  һүҙе  урынына, ҡайһы бер  төбәктә  “ҡумалта”  тип  тә  һөйләйҙәр.  Миҫал:  Усаҡта  ҡумалта  баҙлай. Самауырҙы ҡайнатыу өсөн утлы ҡумалта кәрәк.

  Ҡузыр

   Селтәрләп, ҡусҡарлап  яһаған  биҙәк тә, һырлы-һырлы семәр ҙә, ҡыуыҡлы шәлдең селтәре лә  "ҡузыр"  тип йөрөтөлә.  Миҫалдар: Бәйләмгә  ҡузыр һалыу. Көршәк ҡузыры. Шәмгә яңы ҡузыр ҡуйыу.

 

   Ҡулау.

    Алғы аяҡтан аҡһаған атҡа ҡарата ҡулланылған һүҙ. Миҫал: Ҡулау бейә. Ҡулау  атты дауалау.

 

   Ҡултыҡса.

   Нимәнеңдер эргәһенә ҡуйылған буй терәк, яндауыр, перила. Миҫал: Баҫҡысҡа ҡултыҡса ҡуйыу. Баҫманы ҡултыҡсалап эшләү.

  Ҡулбау

 Ҡулбау -  “Беләҙек” тигән һүҙҙең  синонимы.  Мәрйен, сулпылар тағып яһала.  Миҫалға: Затлы  ҡулбау. Мираҫҡа тапшырылған ҡулбау.

 

  Ҡулҡа

     “Ҡулҡа”, “Ҡулҡы” һүҙенең  таралған мәғәнәһе – ҡалҡыулыҡ биттәрендә үҫкән  бәләкәй  ағаслыҡ. Ә беҙ  “Ҡулҡаның”  икенсе төшөнсәһенә  диҡҡәт  итәбеҙ. Ул үпкәнән йөрәккә барған  йыуан  ҡан  тамырын, шулай уҡ  йөрәк ауыҙының  шул  тамыр  урынлашҡан ерен белдерә.   Миҫал: Сәләмәт ҡулҡа. Ҡулҡалағы ҡан ағымы.

 

  Ҡумалта

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии