Ҡур. Ҡурғы. Ҡурышҡаҡ, ҡырышҡыл. Ҡуръяҡ. Ҡуҫтар.

 

    Мәғәнәһе -  килешле генә, матур ғына  булып  йөрөүсән, ҡупшы, көйәҙ.   Миҫалға: ҡуҫтар ҡыҙыҡай.Ҡуҫтар кейенеү.

  Ҡур.

    Күп  мәғәнәле һүҙ.  Тәүгеһе  апаруҡ  киң таралған, ул - ҡымыҙ, бал әсеткеһе.  Ә икенсеһе  “башланғыс,  нигеҙ булған мал-мөлкәт”  йә “мая”  тигән  мәғәнәне белдерә.    Миҫал: Аҡса ҡуры. Ҡурға бер оя ҡаҙ ҡалдырыу.

  Ниндәйҙер эш-хәлдең шауҡымы, эҙемтәһе лә “Ҡур” һүҙе менән белдерелә. Аҡмулла  шиғырынан миҫал: Күңелдән  яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.

   “Ҡур” -  “Яһаҡ, һалым” төшөнсәһендә лә  йөрөй ала.   Ҡур түләү. Милек ҡуры.

   Борон заманда “Ҡуҙ” һүҙе  урынына  “Ҡур” тигәнен дә ҡулланғандар. Мәҫәлән:  Ҡурҙан  ут  тоҡандырыу. Мейестән   ҡур тартыу.

  Ҡурғы.

   Ваҡ  ағаслы,  еләк-емешле  тар  текә  үҙәк  була “ҡурғы”.  Ҡурғы  шау  еләк сәскәһенә күмелде.

  Шулай уҡ был һүҙ ағастары ҡырҡылған урынды, ҡырҡындыны белдерә.  Ҡурғыла йәш үҫентеләр ултыртыу.

 Ҡурышҡаҡ, ҡурышҡыл.

  “Ҡурышҡыл, ҡурышҡаҡ”  тип  муйыл ағасының сайыры  атала. Ҡурышҡал  ағыҙыу. Ҡурышҡаҡҡа мансыу.

Ҡуръяҡ.

   Ағасҡа ҡунған епшек  ҡар,  лүшә  күҙ уңында тотолһа,  уға  “Ҡуръяҡ” һүҙе  тура килер.  Миләш  тәлгәштәре   аҡ яулыҡтай   ҡуръяҡ  бөркәнгән. 

Ҡуҫтар.

Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Республика Башкортостан. Международная выставка-форум «Россия»
БАШКОРТТАР-БСТ