Ҡыҙырым. Ҡына. Ҡылымыҡ. Ҡымран. Ҡылау, ҡылаулау.

 

Йәш малдың теленә сыҡҡан сабыртҡыны ла   “ҡылау”  тиҙәр.  Миҫал: Ҡылау булыу. Ҡылаулаған  ҡолон.

Ҡыҙырым.

Ниҙеңдер эргәһенән һуҙылған буй була “ҡыҙырым”.   Миҫал: Яр ҡыҙырымы. Ҡыҙырым үҫкән ағаслыҡ.

Ҡына.

“Ҡына” тип аталған  бүлмә гөлө, үлән  тураһында  түгел һүҙ.  Бал менән тулы кәрәҙҙең өҫтөн һылап ҡуйған йоҡа ғына балауыҙ  ҙа шулай уҡ  “ҡына” һүҙе менән белдерелә. Мәҫәлән: ҡыналы бал. Кәрәҙҙең ҡынаһын алыу.

Ҡылымыҡ

Ҡылымыҡ  ул – йылғаның  төп үҙәндән айырылған тармағы. Миҫал: Ҡылымыҡ урманға табан аға. Тар ҡылымыҡ.

Ҡымран.

“Ҡымран”дың  мәғәнәһе - һыйыр һөтө ҡушылған ҡымыҙ. Һалҡын ҡымран. Һауытҡа ҡымран ҡойоу.

Ҡылау, ҡылаулау.

Һыуыҡта ағасҡа  һ.б.  ҡунған   бәҫте,  ҡырауҙы белдергән һүҙ. Урман ҡылауға төрөнгән. Шыршының ҡылауын төшөрөү.

Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
Акции БСТ