Ҡырағас. Ҡыраз. Ҡырас. Ҡыраяҡ. Ҡыраҡы.

Ҡырағас.

  Һәм беҙ  ҙә  телебеҙҙең ышаныслы киләсәге хаҡына  ҡыраҡы булайыҡ.  

   Был  һүҙ  ҡорт  ҡунып, бал йыйған  ҡыуышлы ағасты белдерә. Миҫал: Бейек ҡырағас. Ҡырағасҡа тамға һалынған.

 

Ҡыраз.

Нимәнеңдер ҡырланып ятҡан текә ере, өҫкө ҡыры була “ҡыраз”. Тау ҡыразы. Бейек ҡарҙар ҡыразланып  ята..

Ҡырас.

  Йөнгә, ялға ҡарата ҡулланылған һүҙ – “текә, үрә торған”  тигән мәғәнәгә эйә. Халыҡ йырынан миҫал: Был илдәрҙең менер атҡайҙары ҡырас яллы, көмрө билле икән. Мал йөнө ҡырасланған.

Ҡыраяҡ.

“Ҡыраяҡ” – көҙҙөң ҡар йоҡа, аяҡ аҫты ныҡ туң ваҡыты.  Ҡыраяҡта  юлда һаҡ  йөрөргә  кәрәк.  Ҡыраяҡ оҙаҡҡа һуҙылманы.

Ҡыраҡы.

  “Үҙ һүҙендә, үҙ фекерендә  тороусан, ныҡ фекерле, бер һүҙле”  тигән төшөнсәне белдерә. Ҡыраҡы  етәксе. Егет кеше ҡыраҡы булһын.

Туған телебеҙҙең шишмә күҙе мул аҡһын, телебеҙ диңгеҙе мәңгелек булһын.
Телһөйәр
Һирәк яңғыраған һүҙҙәребеҙ китаптарҙа ғына ҡалмаһын, телебеҙҙе биҙәһен.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәр.
Телһөйәр
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями