Ләйлән. Ләҡәп. Ләкәк. Маил. Маҡам.

Һүҙҙәр ятлау, яңыларын отоу һәм ҡабатлау – хәтерҙе нығытыуҙа иң көслө сара. Ниңә ул алымды телмәребеҙҙе саф башҡорт һүҙҙәре менән байытыуҙа ҡулланмаҫҡа? Бынан икеләтә файҙа. Әйтәйек, ләйлән бер нисә һүҙҙе ҡабатларға ла, иртә менән уларҙы йәнә иҫкә төшөрөргә. Ә нимә була - ләйлән?

Телһөйәр
Ләйлән. Ләҡәп. Ләкәк. Маил. Маҡам.
Телһөйәр

Ләйлән.

Элек-электән “Төнө менән, төнөн; кис менән, кискеһен” тигән мәғәнәлә йөрөгән һүҙ. Мәҫәлән: Балаға ләйлән әкиәт һөйләү. Ләйлән йылы ел иҫте.

Ләкәк.

“Ләкәк” “сәкән” тигән һүҙҙе алыштыра. Миҫал: Малайҙар ләкәк һуға. Ләкәк яһау.

Ләҡәп.

“Ләҡәптең “Көлдөргөс, мәрәкә” тигән мәғәнәһе күптәргә яҡшы таныш. Мәҫәлән: Ләҡәп хәбәр. Һүҙҙе ләҡәпкә бороу.

Был һүҙ тағылған исемде, ҡушаматты ла белдерә. Ҡайһы бер осло теллеләр бүтәндәргә ләҡәп тағырға ла оҫта. Ауылда күптәрҙең ләҡәбе бар.

Кешенең үҙенә алған икенсе исеме, псевдоним да “ләҡәп” һүҙенә тура килә. Миҫалға: Яҙыусылар араһында ләҡәп исем менән йөрөүселәр йыш осрай. Йәшерен агенттың хатта бер нисә ләҡәбе була.

Маил.

Берәй эшкә теләге булған, әүәҫ кешене “маил” тиҙәр. Тегенеүгә маил ҡыҙ. Ағас эшенә маил кеше.

Маҡам.

“Маҡам”дың ике мәғәнәһе бар. Тәүгеһе – йәшәгән урын, төйәк йә торлаҡ. Миҫал: Сиҙәмселәр өсөн ваҡытлыса маҡам ҡоролған. Маҡамға урынлашыу.

“Маҡам” тағы ла - кешенең тотҡан урынын, дәрәжәһен белдергән һүҙ.

Миҫалға: Юғары маҡамлы етәксе. Маҡамыңды белеү.

“Ғүмер итеү, донъя көтөү” тигәнде “маҡам итеү” тип тә еткерә алабыҙ. Ғаилә бик татыу маҡам итә.

Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәр.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Как получить 250 тысяч вместо земельного участка многодетным семьям в Башкирии
БАШКОРТТАР-БСТ