Малик.
"Берәй нәмәгә эйә, хужа" тигән мәғәнәлә ҡуллана алабыҙ "Малик" тигән һүҙҙе. Миҫал: Малик булыу. Ерҙең малигы.
Малиә.
"Малиә" "аҡса эше, финансҡа бәйле эш" тигәнде аңлата. Мәҫәлән: Малиә хисап. Малиә һалым.
Малһаҡ.
Кешене ҡылыҡһырлаған "Мал һөйөүсән" тигән сифатты "малһаҡ" һүҙе лә белдерә. Әйтәйек, малһаҡ әҙәм.Үтә малһаҡлыҡ ҡомһоҙлоҡҡа килтермәһен.
Манса.
Бал ҡорттарының сәскә һеркәһенән йыйып, кәрәҙгә тултырып, өҫтөнә бал һалып әҙерләгән аҙығы була ул "манса". Миҫалға: Ҡорттар манса туплай. Ҡышҡылыҡҡа етерлек манса.