Маң. Марҙа. Марһыҡ. Мата. Матау, маталау.

Маң.

Телһөйәр
Маң. Марҙа. Марһыҡ. Мата. Матау, маталау.
Телһөйәр

Кейемдең биленә, ең осона һәм башҡа урынға ҡыҫып тороу өсөн ҡуйылған бөрмә “Маң” тип атала. Салбар балағына маң ҡуйыу модаға ингән.

Маң булыу

“Маң булыу” “Берәй шөғөлгә онотолоп китеп, ныҡ бирелеү” тигәнде аңлата. Мәҫәлән: Китап уҡыуға маң булыу.

Марһыҡ.

Ҡарағайҙың тамыр быуынтығы була “Марһыҡ”. Йыуан марһыҡ. Марһыҡтың уты күренмәҫ, төтөнө өҙөлмәҫ.

Мата.

“Мата” – “Мамыҡ туҡыма” тигән һүҙҙең синонимы. Матанан теккән кейем тәнгә рәхәт.

Матау, маталау.

Хәрәкәтләнмәҫлек итеп аяҡ-ҡулды сырмап бәйләүҙе; ҡасмаһын өсөн аттың теҙгенен тышауына тартып бәйләүҙе белдергән һүҙҙәр. Миҫал: Өркөп ҡасмаһын өсөн, атты маталап ҡуйғандар. Аҫҡа табан төшкәндә, арба тәгәрмәсен дә маталайҙар.

Марҙа.

“Билдәле хаҡ, баһа, норма” мәғәнәһендә ҡулланылған һүҙ. Миҫалға: Атҡарылған эшкә марҙа ҡуйыу. Хеҙмәт марҙаһы.

Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Һыпы. Һырмынаҙ. Шита. Шөйлө һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Башҡорт теленең онотола биргән Ойомос. Ойонһоҙ. Оноҡтау. Омпайтыу тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
Акции БСТ