Масҡар. Миҙәт. Милләтпәрүәр.

Масҡар.

Телһөйәр
Масҡар. Миҙәт. Милләтпәрүәр.
Телһөйәр

"Масҡар" һүҙе "Ауыр, ҡатмарлы хәрәкәттәр башҡарыусы; акробат" мәғәнәһендә йөрөй. Миҫал: Ҡайһы бер спорт бейеүе масҡар оҫталығы менән башҡарыла. Байрам майҙанында масҡарҙар сығыш яһай.

Миҙәт.

"Сәләмәтлек, көс" тигән һүҙҙәрҙе "миҙәт" һүҙе менән алыштырып була. Мәҫәлән: Ҡул миҙәте. Себерҙә эшләр өсөн, ныҡлы миҙәт кәрәк.

Миҙәтле.

"Миҙәтле" һүҙенә "сәләмәт, көслө" тигән мәғәнә һалына. Миҫалға: Миҙәтле рух. Бөркөт миҙәтле ҡанаттарын йәйә.

Милләтпәрүәр.

Үҙ милләтен яратҡан, илһөйәр, патриот кеше тураһында элек "милләтпәрүәр" тигәндәр. Әле лә синоним рәүешендә ҡулланырға мөмкин. Миҫал: Милләтпәрүәр ил башлығы. Милләтпәрүәрлек тәрбиәһе.

Миннәт.

Кешегә күрһәткән яҡшылыҡ, изгелекте күҙҙә тотҡанда, "миннәт" һүҙе лә тура килә. Миҫал: Ауыр хәлдә ҡалғандарға миннәт күрһәтеү. Эскерһеҙ миннәт.

Башҡорт теленең онотола биргән Ойомос. Ойонһоҙ. Оноҡтау. Омпайтыу тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
Акции БСТ