Муҙый. Мөсәй. Мунау. Мунда. Мәләк.

Муҙый.

Телһөйәр
Муҙый. Мөсәй. Мунау. Мунда. Мәләк.
Телһөйәр

Йоғошло ауырыу таратҡан бөжәктәр шулай атала. Миҫал: Муҙыйға ҡаршы ағыу ҡулланыу. Муҙыйҙан һаҡланыу өсөн прививка яһайҙар.

……………

Мөсәй.

Мөсәй ул - өмәселәрҙе һыйлағанда өлөшләп таратылған ит, өлөш, мөсә һөйәге. Миҫал: Мөсәй таратыу. Мөсәй бүлеү. Мул мөсәй.

………..

Мунау.

Әрсеп юныу, өҫтән һыҙырып юныу була мунау. Мәҫәлән: Ағасты мунау. Һөйәктең итен мунау.

….

Мунда.

Аттың ҡулбашы өҫтөндәге ҡалҡыу урын. Мундаһы бейек ат. Батыр һуҡҡан бүреһен аттың мундаһы аша һалған.

………

Мәләк.

“Фәрештә” һүҙе урынына “мәләк” тигәне лә тура килеүен иҫтә ҡалдырайыҡ. Миҫал Ш.Бабич шиғырынан: Нурлы шәфҡәттән яралған бер мәләктәй саф ҡатын.

Туған телебеҙҙең шишмә күҙе мул аҡһын, телебеҙ диңгеҙе мәңгелек булһын.
Телһөйәр
Һирәк яңғыраған һүҙҙәребеҙ китаптарҙа ғына ҡалмаһын, телебеҙҙе биҙәһен.
Телһөйәр
Башҡорт телендә онотолоп барған һүҙҙәр.
Телһөйәр
Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями