Мыр.
Емеште, япраҡты һәм башҡа нәмәне ашап, тишеп йөрөгән төрлө ҡорт, ҡарышлауыҡ. Мыр төшөү. Теш мыры. Мамыҡ шәлгә мыр төшмәһен.
Һыу мыры - дымлы урында була торған ваҡ ҡына бер көнлөк себен.
Мыр һымаҡ булыу – иҫәпһеҙ күп булыу.
………………
Мәләкә.
Мәләкә - эш барышында үҙләштерелгән оҫталыҡ; тәжрибә. Миҫал: Ҙур мәләкә. Мәләкә алыу.
…
Мәләү.
Үлән тамырын ҡаҙа торған үткер осло таяҡты белдергән һүҙ. Мәҫәлән: Уңайлы мәләү. Мәләү менән дегәнәк тамырын ҡаҙыу.
……………………
Мәрд, мәрдән.
“Ҡыйыу, батыр ир; ысын ир” мәғәнәһен еткергән һүҙҙәр. Миҫал: Мәрд егет. Мәрдән илен ҡайғыртыр.
…………………………
Мәрҙән, мәрҙәс.
Аҫыл ир-егет тигән мәғәнәне һәм хуплағанды, ҡеүәтләгәнде белдергән һүҙҙәр. Миҫалға: Халыҡ еңеүсене “Мәрҙән!” тип маҡтай. Бәйгелә “Һай, мәрҙәс!”тигән һүҙҙәр яңғырап тора.