Монтар. Монтоҡ, монтоҡлау.

Монтар.

3. Ә “Мөрәүәтле”, тимәк, - “яҡшылыҡ эшләй торған, кешелекле”; “күңелгә яҡын, ғәзиз, изге”. Миҫалға: Мөрәүәтле зат. Мөрәүәтле йорт. Мөрәүәтле тыуған яҡ.

Аҡмай торған һыуҙа барлыҡҡа килгән бысраҡ “монтар” тип атала.

Миҫал: Аҡҡан һыуҙа монтар юҡ, ташҡын кисмәҫ толпар юҡ.

Монтоҡ, монтоҡлау.

Ҡайһы бер һөйләштә “мөнтәлеп бөткән нәмә, мөнтәү” тигәнде белдергән һүҙҙәр. Монтоҡ кейем. Монтоҡланған әйбер.

……….

Мөнйөмә.

Мәғәнәһе – “Юҡ-барҙан ғәйеп табып, өҙлөкһөҙ һөйләнеп, әрләп йөрөүсән”. Мөнйөмә булыу. Мөнйөмә кеше.

…..

Мөрәҙ.

Ҡырмыҫҡа майы була икән ул “мөрәҙ”. Миҫалға: Мөрәҙ файҙаһы. Халыҡта электән мөрәҙҙе дауаға ҡулланғандар.

Мөрәүәт.

1. “Мөрәүәт” “Егетлек” тигән һүҙ урынында йөрөй. Көсһөҙҙө ҡурсыу - мөрәүәт ул. Тормошта мөрәүәткә сәбәп сығып тора.

2. Йомарт күңеллелек, кешелеклек хаҡында һөйләгәндә лә, “мөрәүәт” һүҙе тура килә. Мәҫәлән: Мөрәүәт күрһәтеү.

Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Телебеҙҙе байытабыҙ, онотолоп барған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ