Ноҡом. Нор. Нәғеҙ. Нушәр.Нөгәр.

Ноҡом.

Телһөйәр
Ноҡом. Нор. Нәғеҙ. Нушәр.Нөгәр.
Телһөйәр

Ҡайһы бер диалектта бауырһаҡты "ноҡом" тип атайҙар. Мәҫәлән: Ноҡом - ҡунаҡ һыйы. Тәмле ноҡом бешереү өсөн оҫталыҡ кәрәк.

...

Нор.

"Нор" тигән һүҙҙе, бәлки, умартасыларҙың ҡайһы берҙәре таныр. Нәҙекәйбилдәргә сир таратыусы ҡорт була икән "нор". Миҫалға: Норға ҡаршы сара ҡулланыу. Ҡорттар норға бирешмәһен.

...

Нөгәр.

"Нөгәр"ҙең бер мәғәнәһе - кейәүҙең иптәш егете. Миҫал: Туйҙа нөгәргә лә бүләк инселәнә.

Икенсе осраҡта был һүҙ борон "хандың йәнһаҡсыһы"н белдергән. Миҫал: Тарихи романда нөгәр образы ла йәнле һүрәтләнә.

.........

Нушәр.

"Нушәр" тик "ямғыр" һүҙе менән ҡуша йөрөй һәм "ҡойма ямғыр" тигәнен алыштыра. Мәҫәлән: Июндә нушәр ямғырҙар йыш яуа. Нушәр ямғырға йыш ҡына көслө ел дә ҡушыла.

...

Нәғеҙ.

"Ысын/ саф/таҙа" тигән синоним һүҙҙәргә иптәш ул "нәғеҙ" һүҙе лә. Миҫалға: Нәғеҙ алтын. Балдың нәғеҙе.

"Нәғеҙ үҙе" тип әйткәндә, "нәҡ үҙе" тигәнен аңларбыҙ.

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ