Самыт. Самытланыу. Өгөмә. Орпаҡ. Өмөтдар.

Самыт.

Телһөйәр
Самыт. Самытланыу. Өгөмә. Орпаҡ. Өмөтдар.
Телһөйәр

"Самыт" - "Күтәренкелек, ижад итеү теләге " тигән мәғәнәләге һүҙ.

Самыт эшләү. Көндө самыт башлау.

..................

Самытланыу

"Самытланыу", тимәк, күтәренкелек менән ниндәйҙер ғәмәл ҡылыу. Миҫал: Самытланып тормош көтөү.

........

Орпаҡ

"Орпаҡ" тигәндә, "Нәҫел" мәғәнәһен аңларға кәрәк. Мәҫәлән: Затлы орпаҡ. Ауылда төрлө орпаҡ кешеләре йәшәй.

...............

Өгөмә

Кәңәш бирә беләһегеҙ икән, тимәк, һеҙ - өгөмә, йәғни, кәңәшсе. Миҫалға: Тәжрибәле өгөмә. Һәр урында өгөмә кәрәкмәҫ.

.................................

Өмөтдар.

"Өмөт"тән яһалғас, был һүҙ ҙә тик яҡшы уйҙар тыуҙыра. Өмөт менән йәшәүсе була "өмөтдар". Миҫалға: Өмөтдар кеше.

Башҡорт теленең онотола биргән Ойомос. Ойонһоҙ. Оноҡтау. Омпайтыу тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Башҡорт теленең һирәк ҡулланылған Нәҙелле. Нәйәт. Нәпсеү. Нәүбәтсе һүҙҙәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
Телһөйәр
Нышыу. Нәҙек эш. Нөгәләшеү. Нурыу тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Волна
Волна