Гөлзар. Гөлбуй. Гөлбиҙәр. Саңырт.

Гөлзар.

Телһөйәр
Гөлзар. Гөлбуй. Гөлбиҙәр. Саңырт.
Телһөйәр

"Сәскәлек" тигәнде белдергән был һүҙ телебеҙгә мәңгелеккә килгән. Миҫалдар: Өй алды - күҙ яуын алырҙай сағыу гөлзар. Гөлзарҙа бал ҡорто гөжләй.

...........

Гөлбуй.

Ә был һүҙ "хушбуй" менән рифмалаша. Һәм һис тә юҡҡа түгел: гөлбуй "сәскәнең хуш еҫе" мәғәнәһенә эйә. Миҫал өсөн: Раузаларҙан саф гөлбуй таралды. Муйыл сәскәһенең гөлбуйы кәйефте күтәрә.

..........

Гөлбиҙәр.

"Гөлбиҙәр", тимәк, - "Матур, күңелгә ятышлы, күркәм". Мәҫәлән: Гөлбиҙәр тәбиғәт. Ҡарашты яландарҙың гөлбиҙәр төҫө ҡыуандыра.

.............

Саңырт.

Бер мәғәнәһе - "Быҫҡаҡ ямғыр" . Миҫал өсөн: Көҙгө саңырт .

Икенсе мәғәнәлә "саңырт" күберәге ҡышҡы миҙгелдәге һауа торошона тура килә. "Бәҫ, сасҡау" тигән һүҙҙәрҙең синонимы. Мәҫәлән: Саңырт иртә. Декабрҙә көндәр саңыртҡа тарта.

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями