Серкәш. Сауыл. Сауыллыҡ. Сатра. Себешке.

Себешке.

Телһөйәр
Серкәш. Сауыл. Сауыллыҡ. Сатра. Себешке.
Телһөйәр

Шулай итеп, “себешке”нең тағы бер мәғәнәһе ул - “Ҡайын ороһо”. Миҫал: Ҡайында бер нисә себешке бар. Себешкенең сир-сырхауҙы дауалауҙа файҙаһы ҙур.

Ҡайын ороһонан эшләнгән һауыт та “себешке” тип атала. Миҫал өсөн: Сөм себешке. Себешкегә гөл ултыртыу.

……………………..

Серкәш.

Был һүҙ беҙҙең өсөн үтә лә ҡыҙыҡлы, унан боронғолоҡ аңҡый. “Серкәш” этнонимға, йәғни, халыҡ исеменә ҡарай. Ә ҡайһы ҡәүем була икән ул, тигән һорауға яуапты әллә ҡайҙан эҙләү ҙә урынһыҙ: сөнки серкәш ул беҙ үҙебеҙ, башҡорттар. Беҙҙең халыҡты фарсыларҙың “серкәш” тип атағанын белеп ҡуяйыҡ. Мәҫәлән: Серкәштәр тураһында тарихи мәғлүмәт туплау. Серкәш батырҙарының даны киң таралған.

………………………….

Сатра.

“Сатра” ул, тимәк, - юл тармағы, юл айырсаһы. Миҫалға: Сатраға етеү. Сатрала боролош яһау.

……………….

Сауыл.

“Сауыл” - ҙур яңғыҙ ҡайындың икенсе атамаһы. Миҫал: Сауыл күләгәһендә ялға туҡтау.

…………………

Сауыллыҡ.

“Ҡарт ҡайынлыҡ” йә “ҡайын урманы” тиер урынға, “Сауыллыҡ” һүҙен ҡулланыу ҙа урынлы. Әйтәйек: Сауыллыҡта ҡайын еләге ишелеп уңған. Ҡоштар тауышы сауыллыҡты моңға күмә.

……………….

Серкәш-ҡәрҙәштәр үҙ телен белһә, сатраларҙа аҙашмабыҙ.

Мәүлен. Мәрһәм. Мәрәй. Нағалау тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнәбеҙ.
Телһөйәр
Мөр, мөрөн, мәҙе һүҙҙәренең мәғәнәһен барлайбыҙ.
Телһөйәр
Ятыраҡ, әммә бик тә бай мәғәнәле һүҙҙәрҙе барлайбыҙ.
Телһөйәр
Волна
Акции БСТ